“АҒИҘЕЛ”,Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының (Салауат ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1962 й. ойошторола, 1965 й. “халыҡ” исемен ала. РФ‑тың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2011). 1986—2015 йй. бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестры оҙатыуында башҡарылған. Репертуарында башҡорт хореографияһы классикаһы: “Зарифа”, “Бүләк”, “Башҡорт казактары бейеүе”, “Гөлнәзирә” (1970—75; бөтәһе лә — Ф.Ә.Ғәскәров сәхнәләштереүендә); донъя халыҡтары бейеүҙәре: “Понтазоо”, “Таймыр сувениры” (“Таймырский сувенир”), “Украин сюитаһы” (“Украинская сюита”, 1970—77; бөтәһе лә — Р.А.Калугина сәхнәләштереүендә); милли һыҙаттар м‑н һуғарылған тормошҡа бәйле һүрәтләмәләр: “Василий Тёркин”, “Дунай эргәһендә” (“При Дунае”), “Хадрис“ (бөтәһе лә — 1985, сәхнәләштереүсеһе РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Г.Я.Власенко), “Тимербайҙың улдары”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Тыпырҙаҡ” (1975—86; бөтәһе лә — Л.И.Нагаева сәхнәләштереүендә); сюжетлы композициялар: “Бөркөтостан”, “Ҡоралай”, “Бисура” (бөтәһе лә — 1992,сәхнәләштереүсеһе Р.Ф.Ғәбитов); Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре: “Батыр” (“Мужественный”), “Киске уйындар” (“Вечерние игры”), “Ҡыҙыл ялан” (“Красная поляна”, 2001—03; бөтәһе лә — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.А.Темникова сәхнәләштереүендә) һ.б. Рәсәй, Германия, Италия, Ҡытай һ.б. буйлап гастролдәрҙә була. Респ. (Өфө, 1963, 1971), бөтә союз (Мәскәү, 1977, 1985) үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары, Халыҡ‑ара халыҡ ижады фестивале (Калининград өлк. Калининград ҡ., 1995) лауреаты; Халыҡ‑ара бейеү һәм музыка фестивале (Намюр ҡ., Бельгия; 2003), Халыҡ‑ара фестивалдәр (Сицилия утрауы, Италия, 2005; Острава ҡ., Чехия; Варшава ҡ.; икеһе лә— 2007), “Евразия” Халыҡ‑ара мәҙәниәт фестивале (Истанбул ҡ., Төркиә, 2006), Ф.Ғәскәров ис. призға Төбәк‑ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале (2008; Гран‑при), “Башҡортостан—Урал ынйыһы” Респ. халыҡ ижады форумы (2005; икеһе лә—Өфө) дипломанты. Художество етәкселәре: М.М.Шәнгәрәев (ойоштороусыһы), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.А.Жаринова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.В.Сәлимов;  Р.А.Калугина, Н.А.Чариков, Н.А.Чарикова, Н.Г.Любимова, Г.Г.Князьков, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.А.Саможен.

Р.И.Хәлимов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Текст на русском языке