ИЛТАБАН, Учалы р‑нындағы ауыл, Ҡунаҡбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Илтабан һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 884 кеше; 1920 – 1053; 1939 – 679; 1959 – 551; 1989 – 461; 2002 – 526; 2010 – 480 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. указдарға (1736 й. 11 февр.) ярашлы, Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Старшина Илтабан Степанов исеме м‑н аталған. 1795 й. 35 йортта 230 кеше йәшәгән, 1866 й. 93 йортта – 671 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.