ИЛМӘТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 565 кеше; 1939 — 683; 1959 — 641; 1989 — 406; 2002 — 416; 2010 — 380 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡсәйет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1795 й. һәм 1811 й. араһында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 73 йортта 409 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 Текст на русском языке