ИЛЬИНА ПОЛЯНА, Благовещен р-нындағы ауыл, Ильина Поляна а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 14 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 510 кеше; 1920 – 575; 1939 – 645; 1959 – 686; 1989 – 2190; 2002 – 2011; 2010 — 2039 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, китапхана бар.

Ауылға 1887 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Дашковтан (ҡара: Дашковтар) һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килгән крәҫтиәндәр Ильинск яңы ауылы (Изякская поляна) исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 49 йортта 339 кеше йәшәгән. Бакалея кибете һәм ҡаҙна шарап кибете булған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.