ИЛТУҒАН, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 818 кеше; 1920 – 903; 1939 – 727; 1959 – 629; 1989 – 415; 2002 – 699; 2010 — 428 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы Муса а. (хәҙ. Иҫке Муса а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1764 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе сотник Илтуған Илмәкәйев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Әлимғол, Имәнлеҡул булараҡ теркәлгән. 1865 й. 62 йортта 425 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке