ИЛТИРӘК, Иҫке Андреевка, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 366 кеше; 1920 — 535; 1939 – 423; 1959 – 880; 1989 – 592; 2002 – 660; 2010 — 626 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙе Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Бәгәнәш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 31 йортта 204 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. аҙағында И. 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Иҫке Андреевка а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.