ИЛТӘЙ, Салауат р-нындағы ауыл, Янғантау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 418 кеше; 1920 – 428; 1939 – 282; 1959 – 251; 1989 – 144; 2002 – 161; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Улйәш Илтәев билдәле. Шулай уҡ Һаҡай исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 10 йортта 71 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта – 237 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018