ИЛКӘНӘЙ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Илкәнәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 22 км һәм Ҡарағай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 498 кеше; 1920 – 370; 1939 – 261; 1959 – 214; 1989 – 235; 2002 – 290; 2010 — 327 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1837 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы Йомағужа а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә утар булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Илкәнәй Теләүембәтов исеме м‑н аталған. 1865 й. (хәҙ. статуста) 48 йортта 255 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 4 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018