ИЛЕСТАНБӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Әмзә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 141 кеше; 1920 — 157; 1939 — 194; 1959 — 207; 1989 — 190; 2002 — 168; 2010 — 182 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала, тип фаразлана. Шулай уҡ Солтанбәк, Эстәмбәк, Дубник исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. (Ишмәт а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) 36 йортта — 204 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018