ИЛЕК, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Горький а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 34 км һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1646 кеше; 1920 – 1980; 1939 – 1745; 1959 – 953; 1989 – 813; 2002 – 685; 2010 – 541 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала, тип фараз ителә. Һуңынан бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр һәм Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы керҙәш башҡорттары килеп урынлаша. 1795 й. 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 150 йортта — 996 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, мәктәп, ат ярма ярғысы, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.М.Дәүләтшин, И.Х.Мусин, Т.Ә.Сәфәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018