ИҘРИС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 31 км алыҫлыҡта Обуховка й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 483; 1939 — 363; 1959 — 382; 1989 — 263; 2002 — 205; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Арыҫлан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. 1865 й. И. (Рауил) исеме м‑н теркәлгән, 34 йортта 185 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1835 й. төҙөлгән) булған. 1906 й. ш. уҡ мәктәп теркәлгән. С.М.Бәҙретдинов, Ғ.М.Минһажев, Ғ.Ғ.Хәйбуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.