ИҘРИС, Түбәнге Сураҡай, Әлшәй р-нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Шафран т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 612; 1939 — 583; 1959 — 613; 1989 — 462; 2002 — 445; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы Сураҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе сотник Иҙрис Мыуашев исеме м‑н аталған. 1795 й. 11 йортта 68 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 268 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.