ИЗИМАРИ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан Соҡаяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 528; 1959 — 514; 1989 — 379; 2002 — 355; 2010 — 312 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1651 й. Уҫы даруғаһында яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Азимари, Икакия исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 55 йортта 328 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018