ИҘӘШБАШ, Яңы Сабай, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 174 кеше; 1939 — 267; 1959 — 256; 1989 — 208; 2002 — 192; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Сабай а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1914 й. Иҙәшбаш-Сабай исеме м‑н теркәлгән. 1939 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Я.Фәхретдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018