ИҘӘШ ҠУСҠАРЫ, Иҙәштамаҡ, Иҙәш, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 126; 1939 — 115; 1959 — 119; 1989 — 160; 2002 — 165; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тал Ҡусҡары төп мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡусҡар (тәүге төпләнеүсе хорунжий Ҡусҡар Мәхмүтов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала, 1789 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ҡусҡар булараҡ теркәлгән. 1795 й. 17 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 332 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. 3 ауыл иҫәпкә алынған: 1‑се Ҡусҡар (Иҙәштамаҡ, хәҙ. И.Ҡ.); 2‑се Ҡусҡар (Талморон, хәҙ. Тал-Ҡусҡар); 3‑сө Ҡусҡар (Орсоҡтамаҡ/Орсоҡ Ҡусҡары, 20 б. 70‑се йй. юҡҡа сыға). 20 б. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.