ИҘЕЛБӘК, Овцевод, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 87 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Ҡаҙанболаҡ й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 442 кеше; 1920 — 516; 1939 — 818; 1959 — 1191; 1989 — 1373; 2002 — 1367; 2010 — 1283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 16 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу мәлендә яндырыла, һуңынан тергеҙелә. Иҙелбәк Усманов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡаҙанболаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 9 йортта 49 кеше йәшәгән, 1866 й. 57 йортта — 296 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә булған. 1939 й. Үрге Иҙелбәк а. булараҡ теркәлгән, ул 50‑се йй. ҡарай, Түбәнге Иҙелбәк а. (20 б. 30‑сы йй. “Овцевод” с‑зы ойошторолғас барлыҡҡа килә) м‑н ҡушылып, Ейәнсура с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 70‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018