ИШБУЛДЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ишбулды а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1174 кеше; 1920 — 1196; 1939 — 1094; 1959 — 716; 1989 — 337; 2002 — 322; 2010 — 348 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 95 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 118 йортта 690 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1872 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.