ИҘРИС, Краснополье, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Күлекле й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 157; 1939 — 194; 1959 — 228; 1989 — 184; 2002 — 188; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әлкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1755 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1742 й.) билдәле. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы Иҙрис Дәүетәков (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, улус старшинаһы Иҙрис Үтәев) исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булған. 1795 й. 10 йортта 62 кеше йәшәгән, 1865 й. 13 йортта — 75 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 70‑се йй. И. 20 б. башында нигеҙләнгән Краснополье а. ҡушылған. Ауыл эргәһендә Иҙрис мәмерйәһе бар.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.