ИҘЕЛБАЙ 2-cе, Баҙраҡ 2-се, Салауат р-нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 41 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 70 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 607 кеше; 1939 — 602; 1959 — 510; 1989 — 439; 2002 — 408; 2010 — 32 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҙелбай а. (хәҙ. Иҙелбай 1‑се а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.