ИҘЕЛБАЙ 1-се , Б а ҙ р а ҡ 1‑се, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 41 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 70 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 434; 1939 — 349; 1959 — 229; 1989 — 107; 2002 — 112; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Иҙелбай исеме м‑н нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. 1795 й. 36 йортта — 199 кеше, 1865 й. 88 йортта 398 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. 1906 й. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында 2‑се Иҙелбай а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. М.Ғ.Абдуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018