“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб. 1976 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ойошторола. 1979 й. “халыҡ” исемен ала. “А.” БР-ҙың 60‑тан ашыу кинофотоклубын, ш. иҫ. “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Урал” һ.б. берләштерә. “А.” — Башҡ. фотографияһы көндәрен (Мәскәү, 1979, 1995, 1997, 1999; Чита ҡ., 1985; Дрезден ҡ., Германия, 1999), Башҡ. киноһы көндәрен (Гомель ҡ., 1982; Мәскәү, 1996), Өфөлә “Ағиҙел” Бөтә Союз күргәҙмәһен (1980, 1982, 1989), ТӨРКСОЙ илдәре-ағзалары фоторәссамдарының халыҡ-ара ижади лаб. (2010) ойоштороусы. 1984 й. алып (ике йылға бер тапҡыр) “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивален үткәрә, 1990 й. (йыл һайын) — “Йылдың иң шәп фотографы” (“Лучший фотограф года”) конкурсын һәм “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” (“Природа. Человек. Культура”) халыҡ-ара акция-экспедицияһын (Башҡортостан б‑са, 1992 й. алып — Рәсәй б‑са) ойоштора. 80‑се йй. башынан “А.” фильмдар етештереү м‑н шөғөлләнә: анимация киноһы; ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмдар, ш. иҫ. “Поптың эте булған” (“У попа была собака”; сценарисы Ю.Ф.Михеев, реж. Л.В.Головкина, операторы С.Н.Шматченко; Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1981), “Иҫке өйҙөң сере” (“Тайна старого дома”; сценарисы М.Е.Тимохин, реж. Е.В.Фазлиуллина, операторы Р.А.Нафиҡов; “Ер һәм кешеләр” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәләүез, 1986); документаль фильмдар (50‑нән ашыу), ш. иҫ. “Мауыҡҡандар” (“Одержимые”; сценарисы Р.И.Килмәмәтов, реж. Головкина, операторы А.А.Осинцев; “СССР‑ға 60 йыл” — “60 лет СССР” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале, 1982 һәм Бөтә Союз һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, 1983; икеһе лә — Мәскәү), “Айырым батальон һалдаты” (“Солдат особого батальона”; сценарисы һәм операторы Килмәмәтов, реж. Головкина; “Ер һәм кешеләр” бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәләүез ҡ., 1987), “Иҫләйем һәм һөйәм” [“Помню и люблю”; сценарисы Килмәмәтов, реж. Головкина, операторы Ә.М.Вәлиев; “Ватан” (“Отечество”; Мәскәү); “Дуҫлыҡ” (Өфө); “Ер һәм кешеләр” (Мәләүез ҡ.), Бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты; бөтәһе лә — 1990], “Еңеүле һуғыш шаңдауы” (“Эхо победной войны”; сценарисы Ю.А.Бельский, реж. Головкина, операторы Вәлиев; “Еңеү салюты” — “Салют Победы” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1995), “Хайран ҡалған мосафир” (“Очарованный странник”; сценарисы Головкина, реж. һәм операторы Вәлиев; “Ватан” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, С.‑Петербург, 2003). 1989 й. алып клуб эргәһендә БР Фотосәнғәт академияһы эшләп килә. “А.” Төркиәлә (Истамбул ҡ., 2006), Мәскәүҙә (2007) БР көндәрендә; ЮНЕСКО‑ның штаб-квартираһында БР‑ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша. “Кадр” (Армавир ҡ., 1980; көмөш миҙал), “Европа” (Барселона ҡ., Испания, 1981; алтын миҙал) халыҡ-ара фотокүргәҙмәләре, “Еңеү территорияһы” (“Территория Победы”) Бөтә Рәсәй фотокүргәҙмәһе (Екатеринбург ҡ., 2009); соц. илдәр кинофестивале (Одесса ҡ., 1985), “Уника” (Таллин, 1986), “Луцк ултырмалары” (“Луцкие посиделки”; С.‑Петербург, 1997), “Алтын башлы Мәскәү” (“Москва златоглавая”; Мәскәү, 1998; барыһы ла — Гран-при) кинофестивалдәре лауреаты. ЮНЕСКО дипломдары м‑н бүләкләнгән (Париж, 2000; Рим, Венеция, Флоренция; бөтәһе лә — 2001).

Әҙәб.: Республиканский фотоклуб “Агидель”: фотоальбом. Уфа, 1993.

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018