ИВАН‑КАЗАНКА, Иглин р-нындағы ауыл, Иван-Казанка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта Юрмашка й. (Юрмаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 402; 1939 — 657; 1959 — 480; 1989 — 416; 2002 — 430; 2010 — 421 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Еметь” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1885 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Н.А.Заварицкийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡазан губернаһы Цивильск өйәҙенән күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һала. Шул уҡ йылда бында Вятка губернаһы Орёл өйәҙе крәҫтиәндәре килеп урынлаша. Ауыл атамаһының беренсе өлөшө тәүге төпләнеүсе Иван Антонов исеме м‑н бәйле. 1896 й. 21 йортта 186 кеше йәшәгән. Игенселек, һөнәрселек кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. грамота мәктәбе теркәлгән. 1920 й. И.‑К. (Ҡыҙыл Юрмаш) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 80‑се йй. ауылға Почаевский ҡасабаһы (1893 й. Гродно губ. крәҫтиәндәре нигеҙ һала) ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке