ИВАНОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 57 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 35 кеше; 1939 — 162; 1959 — 97; 1989 — 157; 2002 — 144; 2010 — 142 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1914 й. һәм 1917 й. араһында Бөрө өйәҙендә Ивановка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 70‑се йй. И. 20 б. башында нигеҙләнгән Гоготовка утары ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018