ИВАН-ҠЫУАЛАТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Иван‑Ҡыуалат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 57 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Ҡыуалат й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 543 кеше; 1939 — 718; 1959 — 484; 1989 — 484; 2002 — 499; 2010 — 430 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Ҡананикольский урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендә Ырымбур урман сәнәғәте һәм сауҙа йәмғиәте хужалары Пименовтарҙан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡазан губернаһынан килгән сыуаш крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. Исеменең беренсе өлөшө тәүге төпләнеүсе И.Т.Иванов исеменән алынған. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. Е.И. Беглова, Г.Е.Корнилов, С.П.Никитин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

  

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.