ИВАНАЙ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 3 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 909 кеше; 1920 — 1107; 1939 — 1182; 1959 — 761; 1989 — 1220; 2002 — 1356; 2010 — 1584 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына, 17 б. 2‑се ярт. [керҙәшлек килешеүе б‑са бында бобылдәр (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша] алып билдәле. 1865 й. И. (Йобанай) 75 йортта 458 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1893 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. И. (Йыбанай) булараҡ иҫәпкә алынған. Х.Ф.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018