ИБРАҺИМ, Көҙөшлө, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 365 кеше; 1920 — 489; 1939 — 430; 1959 — 273; 1989 — 176; 2002 — 155; 2010 — 128 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1902 й. һәм 1906 й. араһында Өфө өйәҙендә, фаразланыуынса, ш. уҡ өйәҙҙең Көҙөшлөбаш а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Көҙөшлөбаш, Яңы Көҙөшлө исемдәре м‑н теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018