ИБРАҠАЙ, Стәрлебаш р-нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.-Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 521; 1939 — 483; 1959 — 388; 1989 — 366; 2002 — 430; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ибраһим исеме м‑н нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1787 й. алып билдәле). 1865 й. Ибраһимда (И.) 44 йортта 280 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Х.Ғосманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.