ИБРАЙ, Аҡман, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 380 кеше; 1920 — 595; 1939 — 505; 1959 — 329; 1989 — 177; 2002 — 172; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1891 й. 66 йортта 372 кеше йәшәгән. 1900 й. мәсет теркәлгән. М.С.Бәкеров, Ә.Ихсан, С.Л.Рәмиев, Р.Ғ.Яҡупов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке