ИБРАЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 603 кеше; 1920 — 708; 1939 — 547; 1959 — 466; 1989 — 250; 2002 — 288; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Сәпәш төп мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1790 й., 1791 й. төҙөлгән) б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала, 18 б. 30‑сы йй. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Иҫәнбай Ибраев билдәле. 1795 й. 29 йортта 153 кеше йәшәгән, 1865 й. 92 йортта — 519 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке