ИБРАЙ, Ҡыйғы р-нындағы ауыл, Ибрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 14 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Сунға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 365 кеше; 1920 — 501; 1939 — 416; 1959 — 401; 1989 — 428; 2002 — 464; 2010 — 471 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, башҡорт ихтилалдары (173740) ваҡытында үртәлгән ауылдың урынында, нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ибрай Нөркин исеме м‑н аталған, ш. уҡ Сунға исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 19 йортта 122 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 235 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Р.Н.Ғимаев ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке