ИБРАҺИМ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/с үҙәге. . Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Киҙәш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1399 кеше; 1920 — 1910; 1959 — 812; 1989 — 375; 2002 — 355; 2010 — 344 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең һәм Өршәк-Мең улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1732 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Соҡалы а. (хәҙ. Балтас р‑ны) мишәрҙәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ибраһим Ҡусҡаров исеме м‑н аталған. 1865 й. 124 йортта 732 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Ғ.Ғиззәтуллин, Т.З.Хурамшин ошо ауылда тыуған.

Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018