ИБРАҺИМ, Йомран, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Ибраһим т. юл разъезынан Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡыҙылғы күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 596; 1939 — 875; 1959 — 600; 1989 — 415; 2002 — 422; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Өмөтбаев М. музейы, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Өмөтбай исеме (Өмөтбай Мырҙашев исеменән; ҡара: Өмөтбаевтар) м‑н нигеҙ һала. 18 б. 80‑се йй. алып И. исеме м‑н билдәле (Ибраһим Әбделғазин исеменән алынған, тип фараз ителә). Икенсе исеме “йомран” этнонимына бәйле (ҡара: Табын). И. 8‑се башҡ. кантонының үҙәге була (1842 й. ҡарата). 1795 й. 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 336 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. И. 18 б. аҙ. нигеҙ һалынған Тоҡос а. ҡушыла. М.И.Өмөтбаев, Ф.Ш.Садиҡов, Р.М. Хәзиева ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018