ИҪКЕ ЯНДЫҘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 17 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 866 кеше; 1920 — 771; 1939 — 808; 1959 — 502; 1989 — 484; 2002 — 584; 2010 — 586 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға яҡынса 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Яндыҙ исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 260 кеше йәшәгән, 1865 й. 145 йортта — 944 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, ҡалас бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. Яңы Яндыҙ а. (хәҙ. Бөрө р‑ны) бүленеп сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Ф.С.Гәрәева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.