ИҪКЕ БОҪҠАҠ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 56 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 631 кеше; 1920 — 797; 1939 — 639; 1959 — 471; 1989 — 274; 2002 — 279; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Митрәй‑Әйүп урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары Ҡуян (тәүге төпләнеүсенең исеме, уның улдары Айса һәм Ҡоғош Ҡуяновтар билдәле) исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Боҫҡаҡ Ҡуян, Исҡаҡ‑Ҡуян, Уйбулат исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 157 кеше йәшәгән, 1865 й. 82 йортта — 576 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1914 й. Яңы Боҫҡаҡ а. бүленеп сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен ала. Ш.Ғ.Сәлихов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018