ИҪКЕ ЮРМАШ, Иглин р‑нындағы ауыл, Турбаҫлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 628 кеше; 1920 — 779; 1939 — 748; 1959 — 316; 1989 — 192; 2002 — 144; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. алып Юрмаш исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Васильевка булараҡ теркәлгән. 19 б. аҙ. Яңы Юрмаш (хәҙ. Турбаҫлы а.) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 104 йортта 607 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында тоҡ тегеү булған. М.Ә.Ғәлимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018