ИГНАТОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 187 кеше; 1939 — 206; 1959 — 257; 1989 — 381; 2002 — 324; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшеракушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1896 й. алып Игнатьеваның (Корсакованың; 1 йортта 6 кеше йәшәгән) утары булараҡ билдәле. 1920 й. Игнатьевтар утары, 1939 й. Игнатьевка а. булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 60‑сы йй. ҡарай И. 20 б. башында нигеҙ һалынған Карсаковка, 1‑се Маковка, 2‑се Маковка аа. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.