ИҪКЕ ШАРҘАҠ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 219 кеше; 1920 — 310; 1939 — 318; 1959 — 240; 1989 — 111; 2002 — 122; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Ҡара‑Танып улусы Кәлтәй а. кешеләре Шарҙаҡшишмә исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 17 йортта 67 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1896 й. ҡарай Яңы Шарҙаҡ бүлендек ауылы (20 б. 80‑се йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.