ИҪКЕ СЫТЫРМАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Бәләкәй Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 503 кеше; 1920 — 417; 1939 — 417; 1959 — 381; 1989 — 293; 2002 — 302; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сытырман исеме м‑н нигеҙ һала, 1638 й. алып билдәле. 1713 й. ауылда мәҙрәсә асыла. 1795 й. 55 йортта 280 кеше йәшәгән, 1865 й. 112 йортта — 592 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Ғ.А.Әхмәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке