ИҪКЕ ҺИКӘЯҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңғыҙнарат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 827; 1939 — 804; 1959 — 612; 1989 — 347; 2002 — 287; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңғыҙнарат урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. аҙ.) Бөрө өйәҙендә Түб. Һикеяҙ а. (хәҙ. Балтас р‑ны) кешеләре Һикеяҙ исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Үрге Һикеяҙ булараҡ билдәле. 1906 й. мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.