ИҪКЕ МУТАБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Мутабаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Мута й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 420; 1939 — 380; 1959 — 319; 1989 — 298; 2002 — 249; 2010 — 218 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 30‑сы йй. Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы Ҡаҙансы а. (хәҙ. Иҫке Ҡаҙансы а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мутабаш исеме м‑н нигеҙ һала. 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 6 йортта 44 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 176 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 19 б. аҙ. Яңы Мутабаш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018