ИҪКЕ КЕСКЕНӘШ, Шаран р-нындағы ауыл, Иҫке Томбағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Әрҙәш й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 374 кеше; 1920 — 421; 1939 — 299; 1959 — 240; 1989 — 124; 2002 — 128; 2010 — 103 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1651 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Кескенәш (тәүге төпләнеүсе Кескенәш Пербердеев исеменән) исеме м‑н сыуаштар (килешеү ваҡыты үткәс, күсеп китәләр) нигеҙ һала. 1752 й. керҙәшлек шарттарында бында мариҙар күсеп ултыра. 1795 й. 121 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 33 йортта — 190 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған, улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. тирмән, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. Яңы Кескенәш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.