ИҪКЕ ТЕЛӘҮЛЕ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1113 кеше; 1920 — 1388 (Ҡыр‑Теләүле а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 435; 1959 — 268; 1989 — 308; 2002 — 313; 2010 — 267 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Баҙғыя урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары Теләүле исеме м‑н нигеҙ һала, 1702 й. билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра, һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күсә). 1795 й. 31 йортта 193 кеше йәшәгән, 1865 й. 122 йортта — 657 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу һәм ел тирмәндәре, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Теләүле а. (хәҙ. Ҡыр‑Теләүле а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке