ИҪКЕ ҠАРАШИҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 112; 1939 — 142; 1959 — 176; 1989 — 87; 2002 — 160; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. Ҡарашиҙе исеме м‑н билдәле. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 12 йортта 48 кеше йәшәгән, 1865 й. 29 йортта — 155 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡарашиҙе бүлендек ауылы (хәҙ. Өфө р‑ны) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке