“АҒИҘЕЛ” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе, ДУП. Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен эшләүсе иң ҙур пр‑тие. Өфөлә урынлашҡан. “А.” составы: тегеү, сәнғәт, мебель цехтары; Шафран филиалы (1972 й. алып, тегеү цехы өсөн ярым фабрикаттар етештерә). 2010 й. 190 кеше эшләгән. Лаклы миниатюра живописы, биҙәкле ағас һәм туҡыма (батик), ҡайып сигелгән (урын-ер ҡаралдыһы, аш-һыу таҫтамалдары, милли кейем), нәфис туҡылған әйберҙәр етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1963 й. яңғыҙ һөнәрселәрҙе, кәсеп артелдәрен һәм Бөрө сәнғәт әйберҙәре ф‑каһын (1997 й. тиклем) берләштергән бөгөнгө исемдәге ПБ булараҡ ойошторола. 1986—2003 йй. “А.” составына Мәсетле сәнғәт әйберҙәре ф‑каһы (мебель, ағас әйберҙәр етештерә) инә. 1998 й. ААЙ‑ға үҙгәртелә, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Нәфис биҙәкле ағас әйберҙәре Халыҡ-ара көҙгө Лейпциг йәрминкәһенең бәләкәй алтын миҙалына лайыҡ була (1981). “А.” м‑н З.П.Гайслер, В.П.Грачёва, А.А.Ефимова, М.В.Конверт, И.М.Ямалетдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке