ИҪКЕ ҠАЛТАСЫ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл, Ҡалтасы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1024 кеше; 1920 — 956; 1939 — 1264; 1959 — 757; 1989 — 458; 2002 — 616; 2010 — 518 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар Ҡалтасы исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 158 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 113 йортта — 639 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, 4 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке