ИҪКЕ ҠАҘАНСЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Мута й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1514 кеше; 1920 — 1757; 1939 — 979; 1959 — 886; 1989 — 804; 2002 — 725; 2010 — 631 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, ветеринария участкаһы, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып Ҡаҙансы исеме м‑н билдәле. 1789 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Бөрө өйәҙе Байҡы‑Юныс а. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны) типтәрҙәр күсеп ултыра. 19 б. уртаһында Яңы Ҡаҙансы ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 200 йортта 1253 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сауҙа итеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне, 20 бакалея кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, һыу тирмәне, 1‑әр шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән; ш. уҡ урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Ә.С.Ғаязов, Н.Д.Сафин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.