ИҪКЕ ЙӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Йәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 778 кеше; 1920 — 675; 1939 — 628; 1959 — 511; 1989 — 288; 2002 — 260; 2010 — 221 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1594 й. алып Йәш исеме м‑н билдәле. 1795 й. 142 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. (хәҙ. исеме м‑н) 67 йортта — 443 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. Шулай уҡ Түбәнге Йәш исеме м‑н билдәле булған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018