ИҪКЕ ЯНБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1398 кеше; 1920 — 1292; 1939 — 847; 1959 — 625; 1989 — 428; 2002 — 360; 2010 — 325 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1703 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Янбай исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 114 йортта 822 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 19 б. аҙ. Яңы Янбай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, буяу оҫтаханаһы, 4 бакалея кибете теркәлгән. Р.М.Солтанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018