ИҪКЕ ЙОМРАН, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 398; 1939 — 297; 1959 — 190; 1989 — 115; 2002 — 115; 2010 — 94 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай һәм Ҡаңлы улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Йомран исеме м‑н нигеҙ һала. 1734 й. ш. уҡ шарттарҙа бында мишәрҙәр күсеп ултыра. 1865 й. 58 йортта 394 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. М.Н.Нурғәлиева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018