ИҪКЕ УРТАЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 144 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1140 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 835; 1959 — 585; 1989 — 315; 2002 — 336; 2010 — 396 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Уртай исеме м‑н нигеҙ һала, 1701 й. алып билдәле. 1780 й., 1788 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр төпләнә. 1795 й. 37 йортта 266 кеше йәшәгән, 1865 й. 131 йортта — 759 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Уртай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ф.Д.Дәүләтшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.